Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Колледжды тамамлаған сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙы эшкә урынлаштырыу менән муниципалитеттар шөғөлләнәсәк – Рөстәм Хәмитов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Муниципалитеттар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән йәш эшселәрҙе эшкә урынлаштырыу менән шөғөлләнәсәк. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары булған профессиональ колледж студенттары, шулай уҡ уларҙың остаздары һәм уҡытыусылары  менән осрашыуҙа белдерҙе.

Әңгәмә барышында белем биреү йорттары етәкселәре уларҙы тамамлаған байтаҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың артабан эшкә урынлашыу йәһәтенән ҡатмарлыҡтар менән осрашыуын билдәләне.

— Республикала шундай нисә егет һәм ҡыҙ барлығын, йыл һайын нисә кеше әҙерлек үткәнен, артабан уларҙың яҙмышы нисек хәл ителгәнен ҡарарға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Муниципалитеттарға уларҙы эшкә урынлаштырыу менән шөғөлләнергә йөкләмә бирербеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть