Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов WorldSkills буйынса донъя чемпионаты призёры Рафаил Яхинды һәм уның уҡытыусыларын бүләкләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов WorldSkills-2017 профессиональ оҫталыҡ буйынса 44-се донъя чемпионаты призеры Рафаил Яхинға һәм уның уҡытыусыларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Чемпионатта Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Сибай күп профилле һөнәри колледжының дүртенсе курс студенты Рафаил Яхин «Таш юныу эше» компетенцияһында өсөнсө урын яуланы. Был илебеҙҙә ошо һөнәр буйынса беренсе миҙал.

— Рафаилдың донъя кимәлендәге йондоҙ булып китеүе бик ҡыуаныслы – донъя чемпионатында өсөнсө урын алды түгел, яуланы, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Өсөнсө урын – ул башы ғына. Һеҙ, Рафаил, чемпион да булырһығыҙ әле тип ышанам.

Төбәк етәксеһе Рафаилға рәхмәт хатын тапшырҙы, уның остаздарын – Сибай күп профилле колледжы етәксеһе Лундеж Байморатовты һәм уҡытыусыларын Әсҡәт Ишбаевты, Марина Попованы һәм Галина Рязанованы республиканың маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионаты октябрь айында Абу-Дабиҙа (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) үтте. Рәсәй милли йыйылмаһы 52 компетенция буйынса ярышты, дөйөм команда зачетында беренсе урын алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть