Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

2018 йылға Башҡортостан бюджетының килеме 153,4 миллиард һумғаса арттырылған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдағы пленар ултырышта «2018 йылға һәм 2019, 2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында»ғы закон проектын ҡабул итергә күҙаллай. Икенсе уҡыуға әҙерләнгән закон проекты Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса профилле комитет тарафынан яҡлау тапты.

Әлеге ваҡытта республика бюджетының киләһе йылға төп күрһәткестәре: фаразланған дөйөм килем күләме – 153,4 миллиард доллар, дөйөм сығым күләме – 162,4 миллиард, тип хәбәр иттеләр төбәк парламентының матбуғат хеҙмәтендә.

«Закон проектының башланғыс редакцияһында булған суммалар ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисерҙе, — тип аңлатма бирҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев. — Беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән федераль бюджет тағы ла күберәк бюджет-ара трансферттарҙы асыҡларға мөмкинлек бирҙе. Әммә республика бюджетының аҙаҡҡы параметрҙары тураһында федераль бюджет тулыһынса ҡабул ителгәндән һуң ғына һөйләргә мөмкин».

Дәүләт Йыйылышы рәйесе билдәләүенсә, республика бюджетына үҙгәрештәр уны аҙаҡҡы ҡабул итеүҙән һуң да индерелә. Бюджет килемдәрен һәм сығымдарын арттырыу яғынан төҙәтмәләр, ҡағиҙә булараҡ, йылына бер нисә тапҡыр индерелә. Ағымдағы йылға республика бюджетына төҙәтмәләрҙе депутаттар һуңғы тапҡыр сентябрь айында индерҙе.

Киәһе йыл бюджетының сығым өлөшөндәге үҙгерәштәренә килгәндә, Константин Толкачев, күп кенә ҡарарҙар закон проектын беренсе уҡыуҙа республика парламентының бөтә комитеттары тикшергәндә депутаттар белдергән тәҡдимдәрҙән, шулай уҡ октябрь айында уҙған асыҡ тыңлауҙар йомғаҡтарынан сығып ҡабул ителде, тип билдәләне.

«Беҙҙең өсөн төбәк бюджеты проектын асыҡ тикшереү тәжрибәһе тәүгә булды. Ул уңышлы килеп сыҡты, тип иҫәпләйем, — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе. — Республика халҡы бюджетты булдырыу мәсьәләһенә яуаплы ҡараны, байтаҡ ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индерҙе. Закон проектын эшләп бөткәндә депутаттар бөтә рациональ идеяларҙы ла иҫәпкә алды. Уларҙың күбеһе граждандарға социаль ярҙам итеү, мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереү өлкәһендәге сараларҙы финанслау менән бәйле. Бюджет проектын асыҡ тикшереү тәжрибәһен дауам итергә кәрәк тип уйлайым. Шундай рәүештә республика бюджетын үтәү тураһындағы отчеттарҙы ла асыҡ тыңлауҙарға сығарырға ниәтләнәбеҙ. Алдағы йылдарҙа граждандарҙан бюджет сараларын тотоноу ғына түгел, яңы килем сығанаҡтарын эҙләү йәһәтенән дә рациональ тәҡдимдәр алырға ине».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть