Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Нестеров премияһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы булдырылды. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Указда премия, уны тапшырыу буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы комиссия, шулай уҡ уның составы раҫланды.

Премия күренекле һынлы сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙырған, шулай уҡ сәнғәт теорияһы һәм тарихы, художестволы тәнҡит өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Премияның күләме 500 мең һум тәшкил итә.

Наградаға рәссамдар, сәнғәт белгестәре һәм коллективтар дәғүә итә ала.

Артабан тәҡдим ителгән әҫәрҙәр һәм ғилми тикшеренеүҙәр ике турҙы үтергә тейеш: беренсе этапта М. В. Нестеров исемендәге асыҡ республика тематик күргәҙмә-конкурсында күрһәтеү өсөн эштәр һайлап алына, икенсеһендә премия лауреаттары билдәләнә.

Документтар 1 апрелдән 20-нә тиклем ике йылға бер тапҡыр ҡабул ителә (2017 йылда — 20 ноябрҙән 30-на ҡәҙәр).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть