Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Мәләүездән синоптик ҡыҙ ҡыштың ни өсөн һуңлап килеүе хаҡында һөйләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Мәләүездән 13 йәшлек Наилә Яҡупова быйыл ҡыштың ни өсөн һуңлап килеүе хаҡында һөйләне. Ҡыҙ һауа торошон халыҡ һынамыштары буйынса фаразлай.

Йәш тикшеренеүсе бына биш йыл инде тәбиғәт күренештәрен өйрәнә, көн һайын һауа торошон күҙәтә, температураны, елдең йүнәлешен, яуым-төшөмдө, аномаль күренештәрҙе графикка теркәп бара. Ошо ваҡыт эсендә Наилә меңдән ашыу төрлө халыҡ һынамыштарын өйрәнгән. Йөҙгә яҡынын үҙе һынап ҡараған һәм улар йөҙ процентҡа ысынбарлыҡҡа тап килә. Мәҫәлән, ул 2016 йылдың йәйе — һалҡын, йәйҙең икенсе яртыһы, айырыуса август айы эҫе буласағын дөрөҫ әйтте. Быйыл йәй иһә көҙ көнө мул уңыш аласаҡтары тураһында фаразын раҫланы.

Ҡыш башланыр алдынан ул алдағы миҙгелгә үҙ фаразын әҙерләне. Халыҡ синоптигы һүҙҙәренсә, быйыл һауа торошо яҡынса бер айға «күсә». Әле ноябрь аҙағы булһа ла, ҡыш башланырға уйламай, ахыры. Быға Наиләнең яҙ һәм йәй көндәрендә күҙәтеүҙәренә нигеҙләнгән үҙ аңлатмаһы бар.

Мәҫәлән, 7 август иртәһе һалҡын булһа, ҡыш та һалҡын булыр. Был көндә аяҙ һәм +15 градус булған, тимәк, ҡыш иртә килмәй. 8 сентябрҙә иртән һалҡын икән, һыуыҡ ҡышҡа, тип юрайҙар. Ләкин был көндә иртән +13 градус теркәлгән. Тағы ла шундай һынамыш бар: ҡырмыҫҡа иләүе ҙур булһа, ҡыш һалҡын килә, әммә бындай хәл күҙәтелмәгән.

Синоптиктың түбәндәге күҙәтеүҙәре быйылғы ҡыштың ниндәй буласағы тураһында һөйләй. 14 майҙа көн һалҡын торһа, һыуыҡ ҡышҡа, ә был көндә аяҙ һәм 22 градус йылы ине. 16 августа өйөрмә ел иҫһә, ҡыштың һыуыҡ булыуын көт, әммә көн аяҙ һәм 26 градус йылы булды. 18 сентябрҙә миләштең япраҡтары һарғайһа, көҙ ҙә, ҡыш та иртә килер — япраҡтар һарғайманы. Уҡыусы фекеренсә, ошо һәм башҡа һынамыштар буйынса көҙҙөң оҙайлы булыуын, декабрь уртаһында йәки аҙағында ғына ҡар ятыуын билдәләргә мөмкин.  

«Халыҡ һынамыштарына ярашлы, ҡыш һуңлап килә, ҡарҙың иһә уҙған йылға ҡарағанда аҙыраҡ яуыуы көтөлә», — ти Наилә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть