Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың баш ҡалаһында Яҡутов исемендәге паркты реконструкциялау дауам итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында шәхси инвестор аҡсаһына Иван Яҡутов исемендәге паркты реконструкциялау дауам итә.

Һуңғы ике йылда паркта, уңайлы мөхит талаптарын иҫәпкә алып, төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған.

Әлеге ваҡытта паркта реконструкцияның икенсе этабы тамамланған. Йәйәүлеләр өсөн юлдар төҙөкләндерелгән, 1500 метр оҙонлоҡтағы велосипед юлы һалынған, парктағы аллеяларҙа һәм Һалдат күле тирәләй яҡтыртыу системаһы ҡуйылған. Күл буйы тулыһынса яңыртылған.

Бынан тыш, паркта заманса йыһазландырылған балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған, евроконтейнерҙар, төрлө формалағы эскәмйәләр, вандалдарға ҡаршы яҡтыртҡыстар ҡуйылған, рулонлы газон түшәлгән. Төп аллеяла уҙған быуаттың 50-се йылдарында Иван Яҡутов исемендәге паркты биҙәгән композициялар өлгөһө буйынса яһалған скульптуралар барлыҡҡа килде.

Киләһе йылда йәмәғәт туҡланыуы объекттарын һәм аттракциондар паркын төҙөкләндереү күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть