Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Дәүләт Йыйылышы депутаттары Балаҡатай районы халҡын ҡабул итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Яңы Балаҡатай ауылында Балаҡатай районы халҡы менән «Берҙәм Рәсәй» төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Наил Баһауетдинов осрашты. Күсмә ҡабул итеү аҙағында Раил Әсәҙуллин киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә уның йомғаҡтарына аңлатма бирҙе.

«Граждандар күтәргән мәсьәләләрҙең байтаҡ өлөшө тораҡ пункттар, ауылдар араһында асфальт түшәүгә ҡағылды. Ҡабул итеүгә килгәндәрҙе шулай уҡ Айҙаҡай ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө, район үҙәгенә газ һәм һыу үткәреү мәсьәләләре борсоно. Һәр мөрәжәғәт буйынса ентекле анализ яһаласаҡ, уның һөҙөмтәләре буйынса ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән кәрәкле саралар ҡабул ителәсәк», — тип һөйләне парламентарий.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың 27 ноябренән Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең ойошторолоуына 16 йыл тулыуға арналған граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы башлана. Унда Ауыл советтарынан алып Дәүләт Думаһы парламентарийҙарына тиклем партиянан сыҡҡан бөтә депутаттар ҙа ҡатнаша.

Бынан тыш, бөтә республика буйлап халыҡтың мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек биргән түңәрәк өҫтәлдәр, матбуғат конференциялары һәм башҡа аралашыу формалары ойошторола.

Ҡабул итеү аҙналағы өсөнсө декабрь тамамлана, шул уҡ көндө уға яҡынса йомғаҡ яһала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть