Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә йәшәгән ҡатынды тереләй «күмгәндәр»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә йәшәгән ҡатын Евпаторияла ял итергә йыйынған, ләкин документтар буйынса уның мәрхүмдәр исемлегендә булыуы асыҡланған. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, миграция хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы Рима Ғәлиева вафат булған, ә уның паспорты, хужаһының үлеүе сәбәпле, ғәмәлдән сыҡҡан.

Ҡатындың һүҙҙәренсә, ул сәфәргә  юлланыу өсөн банктан кредит алырға теләй, әммә паспортының ғәмәлдә булмауы арҡаһында аҡсаны ала алмай. Бындай яңылыҡтан һуң ҡатын үҙен насар тойоп, дауаханаға мөрәжәғәт итә. Һуңғараҡ ул туғаны менән хәлде асыҡларға тырыша.

Баҡтиһәң, был республикала берҙән-бер осраҡ түгел. Ике йыл элек Салауатта йәшәгән ир менән ошоға оҡшаш хәл теркәлгәйне. Миграция хеҙмәтендә уға уның «Гознак» фабрикаһындағы хата арҡаһында зыян күреүе хаҡында әйтәләр. Унда осраҡлы рәүештә бер үк номерлы ике партия паспорт баҫылып сыҡҡан. Әле республикала бер нисә мең кеше документтар буйынса үҙҙәренә оҡшаш кешенең булыуы хаҡында белмәй.

Әгәр ҙә кемдер ошондай хәлдә ҡалған икән, миграция хеҙмәтенә ғариза яҙырға кәрәк. Ҡайһы бер осраҡтарҙа паспортты ла алмаштырырға кәрәкмәй, ә банк өсөн ваҡытлыса белешмә биреүҙәре мөмкин, тип аңлаттылар ойошмала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть