Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Статистар республика халҡының йән башына уртаса килемен иҫәпләне

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанстат республика халҡының йән башына уртаса килемен иғлан итте. 2017 йылдың сентябрендә төбәктә һәр кешегә 32 мең һумдан ашыу тура килгән. Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрендә был күрһәткес түбәнерәк — 26 379 һум.

Был 2016 йылдың тәүге туғыҙ айына ҡарағанда 1 процентҡа күберәк.

Ләкин реаль аҡсалата килем былтырғы күрһәткестән 2,9 процентҡа аҙыраҡ булып сыҡҡан.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ағымдағы йылдың сентябрендә республика ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 29 866,5 һум тәшкил итте. Ғинуар-сентябрҙә ул түбәнерәк — 29 252, һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть