Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 11 кинозал һанлы йыһазландырыуға аҡса аласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда алты муниципалитеттағы 11 кинозал һанлы ҡорамал һатып алыу һәм ҡуйыу өсөн федераль бюджеттан дөйөм суммаһы 54 миллион һумлыҡ субсидия аласаҡ. Улар — Ишембайҙағы алты кинозал: «Вита» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең өс, «Урал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ике, Ҡала мәҙәниәт һарайында бер кинозал; Салауатта «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге; Яңауыл районының Йәштәр һарайы; Үрге Йәркәй ауылының мәҙәниәт бүлеге; Ҡариҙел ауылының мәҙәниәт йорто; Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы. Бер кинозалға уртаса 4,9 миллион һум тура килә.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был —  Бәләкәй ҡалалаларҙа (500 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән) кинотеатрҙарға булышлыҡ итеү буйынса кино фонды конкурсы һөҙөмтәләре. Программаның төп бурысы — кинотеатрҙар булмаған тораҡ пункттарҙа кинозалдар асыу. Илебеҙҙә төшөрөлгән фильмдарҙы күрһәтеү ҡайтанан йыһазландырылған кинозал өсөн төп шарт булып тора. Уларҙың кинопрокатта күләме 50 проценттан ашыу тәшкил итергә тейеш.

2015 һәм 2016 йылдарҙа Башҡортостанда 14 кинозал дәүләт ярҙамы алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть