Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата музей асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөлә Зәйнәб Биишева музейын асыу күҙаллана. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның музейында булды. Ижади осрашыуҙа шулай уҡ республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев һәм шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашты.

Музей яҙыусы оҙаҡ йылдар йәшәгән фатирҙа уның улы ғалим-химик Тельман Әминевтың башланғысы менән булдырылған. Бында көнкүреш предметтары, китапхана шул килеш һаҡланған, Зәйнәб Биишеваның китаптары, ҡулъяҙмалары, портреттары, наградалары, бик күп документтары һәм фотоальбомдар тупланған. Экспозицияларҙан тыш, музейҙа яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында электрон материалдар менән танышырға мөмкин.

Ҡунаҡтар китапта тәүге яҙмалар ҡалдырҙы һәм музейҙы артабан үҫтереүҙе тикшерҙе.

«Музей рәсми рәүештә асылмаһа ла, күптәр был хаҡта белә. Бында уҡыусылар, студенттар экскурсияға килә, ижади интеллигенция вәкилдәре, Зәйнәб Биишеваның мираҫын хөрмәт иткәндәр йыш була, – тине Йомабикә Ильясова. – Музейҙың яҙыусы ғаиләһенең тырышлығы менән ойошторолоуы бик ҡыуаныслы. Ләкин эш бының менән генә сикләнергә тейеш түгел. Әлеге башланғысты дәүләт кимәлендә хупларға кәрәк. Йәмғиәт бөйөк кешеләр хаҡында хәтерҙе күмәк тырышлыҡ менән һаҡларға тейеш».

Музейҙы киләһе йылда яҙыусының тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата асыу билдәләнгән. Шуға тиклем бинаны кеше йәшәмәгән фондҡа күсереү мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Шулай уҡ музейҙың рәсми сайтын булдырыу пландары бар, теләгән һәр кем ситтән тороп унда тупланған материалдар менән таныша алыр ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть