Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала 13 йәшлек Алешаның туғандарын эҙләйҙәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Алёша исемле малайҙы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приютына октябрҙә, әсәһе үлгәндән һуң урынлаштырғандар. Ул бер ҡасан да мәктәптә уҡымаған. Малайҙың документтары ла юҡ. Приют хеҙмәткәрҙәре уның туғандарын эҙләй.

«Уға 13 йәш тирәһе, сөнки исемен һәм йәшен үҙе әйтеүе буйынса яҙып алдыҡ. Беҙгә уны Башҡортостан Республикаһы полиция хеҙмәткәрҙәренең акты буйынса килтерҙеләр», — ти Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты директоры Миләүшә Мырҙағәлина.

13 йәшлек малай һанарға ла, яҙырға ла белмәй. Әсәһе ике ай элек вафат булған. Алёша һөйләүенсә, әсә кеше күрәҙәлек менән аҡса эшләгән. Улар бер нисә йыл элек Силәбе өлкәһенән Өфөгә күсеп килгән. Ҡәҙерлеһе үлгәс, малай ун көн өлкән йәштәге күршеһендә йәшәгән, һуңынан ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән.

Алёша уҡый-яҙа белмәй, уның ҡарауы, шахматта оҫта уйнай. Күрше ихаталағы малай уйнарға өйрәтте, ти. Интеллектуаль спорт төрөнән тыш, залда шөғөлләнә башлаған. Бер айҙа ике килограмға ябыҡҡан.

Тәрбиәселәр Алексей ихлас, эш һөйөүсән һәм ярҙамсыл, ти. Улар туғандарының кемеһелер малайҙы таныр һәм фамилияһын булһа ла белергә ярҙам итер тип ышана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть