Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡорт театрының «Хыялға ҡаршы» спектаклен илдең «Театр» телеканалында күрһәтәләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Хыялға ҡаршы» спектаклен Рәсәйҙең «Театр» телеканалында күрһәттеләр. Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уны Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған. Инсценировка авторы — Әнгизә Ишбулдина. Етем ҡалған һәм балалар йортонда тәрбиәләнергә тура килгән үҫмерҙәр тураһында спектакль башҡорт актерҙары Мәскәүҙә сығыш яһаған саҡта төшөрөлгән.

Спектакль Илсур Ҡаҙаҡбаевтың инеш һүҙе менән бөгөн киске 5-се 15 минутта ҡабатлап күрһәтелә.

Программаны http://telekanalteatr.ru/schedule һылтанмаһы буйынса ҡарарға мөмкин.

Теги: театр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть