Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баймаҡ районы шашкасылары ауыл мәктәбе уҡыусылары араһында Рәсәй беренселегендә уңышлы сығыш яһаны

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостан вәкилдәре ауыл мәктәбе уҡыусылары араһында рус шашкаһы буйынса Ил беренселегендә уңышлы сығыш яһаны. Ярыштар Силәбе өлкәһендәге Печинкино ауылында сәләмәтләндереү үҙәгендә үтте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр рапид һәм блиц программаларында дүрт йәш төркөмөндә ярышты. Миҙал өсөн Пермь крайынан, Башҡортостандан, Бүрәт, Саха-Яҡут республикаларынан, Иркутск, Ҡурған, Ырымбур, Төмән, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән 19 команда көрәште.

«Башинформ» агентлығына Халыҡ-ара шашка федерацияһының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Рөстәм Шәйәхмәтов хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан турнирҙа ғәҙәттәгесә республиканың ауыл райондары араһында шашка хәрәкәте лидеры –  Баймаҡ районы ҡатнашты. Республика командаһына Төркмән ауылы уҡыусылары Азамат һәм Айгүзәл Әхмәтовтар һәм Илнар Ҡолмөхәмәтов инде. Команданың тренеры Азат Әхмәтов.

Ярыш йомғаҡтары буйынса, Азамат Әхмәтов яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Ул 2007-2008 йылдарҙа тыуған ир балалар араһында блицта икенсе булды. Илнар Ҡолмөхәмәтов был дисциплинала бишенсе урын алды.

8 йәшкәсә һәм унан йәшерәк ҡыҙҙар араһында Айгүзәл Әхмәтова блицта бишенсе һәм рапидта етенсе булды.

Өҫтәп үтергә кәрәк, баймаҡтар ауыл мәктәптәре араһында бөтә Рәсәй беренселегендә 2014 йылдан бирле ҡатнашып, һәр саҡ миҙалдар менән ҡайта. Быйыл ярыштарҙа иң көслө шашкасылар, шул иҫәптән былтырғы абсолют чемпион Мәҙинә Мырҙабулатова ҡатнаша алманы.

Теги: шашкалар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть