Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала 900-ҙән ашыу күп фатирлы йорт ремонтланған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда капиталь йүнәтелгән күп фатирлы йорттарҙың һаны 900-ҙән ашты.

«Башҡортостан төбәк операторы» фондының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҡышҡы осорға әҙерлек сиктәрендә республикала 577 йорт ремонтланған. 491 күп фатирлы йортта ҡыйыҡ һипләнгән. 60 йортта йорттарҙың тышҡы яғын ремонтлау буйынса эштәр тамамланған, 26-нда йылылыҡ тәьминәте системалары йүнәтелгән.

Республикала күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау программаһы 2014 йылдан эшләй.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, һуңғы актуалләштереү мәғлүмәттәре буйынса, программаға дөйөм майҙаны 57 812,96 мең квадрат метр тәшкил иткән 16 874 күп фатирлы йорт ингән.

2014-2016 йылдарҙа 2760-тан ашыу йорт ремонтланған. Уларҙа республика халҡының яҡынса өстән бер өлөшө йәшәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть