Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы «Ҡайышыңды эләктер, Рәсәй!» бөтә Рәсәй социаль кампанияһына ҡушылырға саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы «Ҡайышыңды эләктер, Рәсәй!» бөтә Рәсәй социаль кампанияһына ҡушылды. Сара юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләрен кәметеүгә, водителдәрҙең һәм пассажирҙарың хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм балалар өсөн махсус тотоусы ҡулайламаларҙы ҡулланыуҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә. Бының өсөн автомобилдә хәүефһеҙлек ҡайыштарын, балалар креслоларын ҡулланып фото төшөргә һәм уны «Мин ҡайышымды эләктерҙем, һин дә эләктер!» тигән акция девизы аҫтында #Ҡайышыңды эләктер,Рәсәй яҙмаһы менән социаль селтәрҙәге сәхифәләргә ҡуйыу шарт.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть