Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә ҡатын «Мега» сауҙа үҙәгендә бәпесләгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Кисә, 20 ноябрҙә, Өфөнөң «Мега» сауҙа үҙәгендә үҙенсәлекле ваҡиға булды. Ҡатын сауҙа залына ингән ерҙә бәпесләгән. «Башинформ» агентлығына сауҙа үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, һау-сәләмәт ир бала донъяға килгән.

«Сауҙа үҙәгенең табипҡаса бүлмә хеҙмәткәрҙәре бәпесләүсе ҡатын-ҡыҙға ярҙам итте. Сабыйҙы йыуындырҙылар, ә ҡатынға медицина ярҙамы күрһәттеләр. Һуңғараҡ ашығыс ярҙам бригадаһы килде. Бәпесте әсәһе менән бергә 4-се бала табыу йортона алып киттеләр», — тип хәбәр иттеләр «Мега» сауҙа үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.

Сауҙа үҙәге хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәренсә, ҡатынға һәм яңы тыуған ир балаға бүләк тапшырып, ғәҙәти булмаған тыуған көнө менән ҡотлағандар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть