Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Сибайҙа яңы мэр

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Сибайҙа ҡала округы хакимиәте башлығын тәғәйенләнеләр. Депутаттар бер тауыштан алдан Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары – финанс идаралығы етәксеһе булып эшләгән Рөстәм Афзаловты һайланы.

Белешмә. Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов 1977 йылдың 20 мартында Сибайҙа тыуған. Башҡорт дәүләт университетын (2001), Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (2006) тамамлаған.

Хеҙмәт биографияһы:

1999-2000 – Сибай ҡалаһының 4-се урта мәктәбе тәрбиәсеһе;

2000-2001 – Сибай ҡалаһында «ПолиТЭк» мәғариф үҙәге уҡытыусыһы;

2001-2002 – Сибай ҡалаһы «Башмедьстрой-Башзауралстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте инженеры, иҡтисадсыһы, әйҙәүсе белгесе, план бүлеге етәксеһе;

2002-2003 – «Сибай ит комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг һәм тауар һатыу бүлеге етәксеһе;

2003-2010 – Сибай ҡалаһы «Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлек етәксеһе, директор урынбаҫары, директоры, дирекция менән идара итеүсеһе;

2010-2015 йылдарҙа – «Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалы өҫтәмә офисының баш иҡтисадсыһы (Баймаҡ ҡалаһы); идара итеүсе урынбаҫары ( Асҡар ауылы); Ҡариҙел ауылында идара итеүсе.

2015 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары – финанс идаралығы етәксеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть