Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара конкурсы лауреаттары иғлан ителде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара конкурсы лауреаттарын иғлан иттеләр. Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы һәм гала-концерт кисә Башҡорт опера һәм балет театрында үтте.

Сабитов конкурсында тәүгә 150 мең һумлыҡ Гран-при тапшырылды. Уны «скрипка» номинацияһында башҡарыусы, Римский-Корсаков консерваторияһын тамамлаған (Михаил Гантварг класы) һәм унда уҡытҡан 27 йәшлек Любовь Стекольщикова (Санкт-Петербург) яуланы.

Конкурстың жюри рәйесе – Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы художество етәксеһе Александр Чайковский, конкурс өсөн биш йылға бер түгел, ә йышыраҡ уҙғарылыуы яҡшы булыр ине, тип билдәләне. Ул Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә һәм конкурс уҙған Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына рәхмәтен белдерҙе.

«Конкурс ижади, ойоштороу яғынан да бик юғары кимәлдә үтте. Алдан был конкурста булғайным, хәҙер ул составы, кимәле буйынса ла юғарыраҡ. Өфөне һәм бөтөн республиканы ҡотлаһым килә, сөнки бындай конкурсты уҙғарыу бик мөһим. Өфөгә килеүемә, коллегаларым һәм студенттар менән аралаша алыуыма бик шатмын», — тип һөйләне жюри ағзаһы – Рәсәйҙең халыҡ артисы, «Санкт-Петербург солистары» камера ансамбленең художество етәксеһе, Н.А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһы профессоры Михаил Гантварг.

«Фортепиано» номинацияһында 1-се дәрәжә лауреаттары – Александр Ключко (Мәскәү) һәм дүрт йырсы — Регина Звегинцева (Өфө), Наталья Меньшикова (Мәскәү), Наргиз Сатмухамбетова (Астана, Ҡаҙағстан) һәм Константин Артемьев (Мәскәү).

«Фортепиано» номинацияһында 2-се дәрәжә лауреаттары – Руслан Шайназаров (Мәскәү),  «вокал» номинацияһында өс Өфө йырсыһы: Диана Нурмөхәмәтова, Салауат Кейекбаев һәм Рим Рәхимов.

3-сө дәрәжә лауреаттары – пианиносы Даниил Дауытов (Өфө), скрипкасылар Ваге Нерсисян (Өфө) һәм Маргарита Павлова (Мәскәү), шулай уҡ биш йырсы — Гөлнара Вәлиева (Өфө), Айшан Мамедова (Мәскәү), Әлфиә Сәйетова (Октябрьский), Аббосхон Рахматуллаев (Мәскәү) һәм Дамир Таипов (Өфө).

4-се дәрәжә лауреаттары – пианиносы Денис Хөсәйенов (Өфө), скрипкасы Елизавета Глазунова (Санкт-Петербург) һәм йырсылар Гөлшат Ғирфанова (Өфө) һәм Михаил Меньшиков (Мәскәү).

Алексей Вакер (Мәскәү) һәм Иван Калатай (Новосибирск), Өфө скрипкасылары Татьяна Брыкова һәм Юлия Гарехт, вокал номинацияһында —  Астананан (Ҡаҙағстан) ҡатнашыусылар Солтан Бакытжан һәм Мейерхан Тлеулес конкурс дипломанттары булды.

Шулай уҡ бер төркөм ҡатнашыусылар Нариман Сабитовтың әҫәрҙәрен яҡшы башҡарғандары өсөн махсус бүләктәр менән баһаланды. Улар – Альбина Закирова (Өфө), Александр Ключко (Мәскәү), Руслан Шайназаров (Мәскәү), Ләйсән Яҡшығолова (Өфө), скрипкасылар Шәүрә Аширбаева (Өфө), Асия Ғарипова (Санкт-Петербург), Анастасия Мамяшева (Мәскәү), йырсылар Наталья Меньшикова (Мәскәү), Наргиз Сатмухамбетова (Астана, Ҡаҙағстан), Константин Артемьев (Мәскәү), Дамир Таипов (Өфө).

Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара музыканттар-башҡарыусылар конкурсы Өфөлә 12-20 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына уҙғарылды. Конкурсты Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Композиторҙар союзы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, Өфө хакимиәте ойошторҙо.

«Конкурстың нисек ойошторолоуы менән бик ҡәнәғәтмен, сәнғәт институты күп көс һалды. Быныһында миңә еңел булды, сөнки ҙур, матур ойошторолған команда эшләне, — тип билдәләне композитор, конкурстың ойоштороусыһы Рөстәм Сабитов. — Нариман Сабитов исемендәге конкурста быйыл тәүгә Гран-при тапшырылды. Жюриҙең һайлауы менән ризалашам. Беренсе премия менән билдәләнгән иҫ киткес пианиносы – әле йәш кенә, әммә уның барыһы ла алда, ә бына скрипкасы – әҙер, профессиональ музыкант».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть