Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Республикабыҙ WorldSkills хәрәкәтендә ваҡытында лайыҡлы урын алды»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары булған профессиональ колледж студенттары, шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары менән осрашты.

Осрашыуҙа WorldSkills Competition-2017 һөнәри оҫталыҡ буйынса донъя чемпионатында өсөнсө урын яулаусы («Таш юныу эше» компетенцияһы) Сибай күп профилле һөнәри колледжы студенты Рафаил Яхин; инвалид кешеләр өсөн «Абилимпикс» II милли һөнәри оҫталыҡ чемпионаты еңеүселәре Советтар Союзы Геройы Солтан Бикеев исемендәге Өфө һөнәри колледжы студенты Анастасия Филимонова («Нәшриәт эше» компетенцияһы) һәм Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡыусыһы Артур Алекберов («Башланғыс класс уҡытыусыһы» компетенцияһы); Ер һөрөү буйынса VI Асыҡ Рәсәй чемпионаты сиктәрендә һөнәри белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урын алыусы Бүздәк ауыл хужалығы колледжы студенты Наил Мөхәмәтйәнов ҡатнашты.

— Беҙҙә йәш, әммә күп нәмә эшләп өлгөргән ошондай көслө оҫталар барлығы республика өсөн ҙур хөрмәт. Үҙ эшен ҙур энтузиазм менән алып барған, әлбиттә, ошондай көслө уҡытыусылар, остаздар бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ғөмүмән, WorldSkills – бик һәйбәт, ҡыҙыҡлы тема. WorldSkills  аша йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итәбеҙ, тормошто дөрөҫ башларға өйрәтәбеҙ. Был абруйлы ойошма, дәрәжәле ярыштар. Республикабыҙ был хәрәкәттә ваҡытында лайыҡлы урын алды. Һәм беҙ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәбеҙ. Бөтәһе лә кәрәккәнсә бара. WorldSkills хәрәкәтенә артабан да ярҙам итербеҙ.

Шуның менән бергә республика Башлығы һөнәри оҫталыҡ чемпионаттарында ҡатнашыу үҙмаҡсат булмаһын тип билдәләне. Иң мөһиме – эшсе һөнәрҙәр буйынса студенттарҙы әҙерләү системаһын төҙөү, уларға хеҙмәт баҙарында ихтыяж булдырыу.

— Беҙҙә  WorldSkills, «Абилимпикс» кеүек төрлө ярыштар күберәк булһын ине. Әммә ярыштар – ул айсбергтың түбәһе генә. Ошо ғәйәт ҙур пирамиданың аҫҡы өлөшө лә тулыланһын өсөн эшләргә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бер чемпионды үҫтереп, уның уңышы менән дан ҡаҙанырға мөмкин. Ә беҙгә шул ғәйәт ҙур системаның эшләүе, иҫ киткес һәләтле кешеләр сығарыуы, коллеждарҙа, училищеларҙа эшләүҙең абруйлы булыуы, егәттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың унда ҙур теләк менән барыуы һәм быларҙың барыһы ла тәбиғи һәм ғәҙәти ҡабул ителеүе мөһим.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне, тәьҫораттары, артабанғы уҡыу һәм һөнәри пландары менән уртаҡлашты.

Рөстәм Хәмитов студенттары һөнәри оҫталыҡ буйынса ярыштарҙа юғары һөҙөмтәгә ирешкән уҡыу йорттарына ярҙам итеү мөмкинлеген өйрәнергә йөкләмә бирҙе.

— Чемпиондар әҙерләгән колледждарҙы дәртләндерергә кәрәк, – тип белдерҙе республика етәксеһе. – Аҡсалата, ҡорамалдар, майҙандарҙы киңәйтеү йәһәтенән. Уҡытыусылар тырышып эшләгән, уҡыусылар һәйбәт уҡыған урындарҙа кәрәкле шарттар булдырыуҙы мотлаҡ дауам итергә кәрәк.

Төбәк Башлығы студенттар һәм уҡытыусылар менән йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе, Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть