Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда федераль проектҡа ярашлы 350 ихата төҙөкләндерелгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

1 декабргә тиклем Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә ихаталарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙе тамамлау күҙаллана. Был хаҡта төбәк хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин белдерҙе.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда күләмле проектты тормошҡа ашырыу өсөн быйыл федераль ҡаҙнанан —  856 миллион, республика бюджетынан 175 миллион һум аҡса бүленгән.

Сергей Афонин һүҙҙәренсә, әлеге мәлдә 350 ихатаны һәм 19 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү тамамланған. 56 ихатала балалар һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтылыҡ ҡоролмалары урынлаштырыла.

Һуңынан ғәмәлгә ашырылған иң яҡшы проекттар Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығына төбәктәр араһындағы конкурсҡа тәҡдим ителә.

«Әлеге ваҡытта 2018-2022 йылдарға муниципаль программалар әҙерләү бара, унда Башҡортостан муниципалитеттарының меңдән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттары ҡатнаша», — тип өҫтәне министр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть