Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Артур Вәлиев — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Артур Вәлиев Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры ҡул ҡуйҙы. Хәҙер Артур Вәлиев республикала электрон киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү мәсьәләләре өсөн яуаплы.

Артур Урал улы Вәлиев 1970 йылдың 9 февралендә Өфөлә тыуған. «Тарих» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын, «Журналистика, редакция-нәшриәт эше» белгеслеге буйынса  М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған.

1992 йылдан Өфө ҡалаһы телекомпанияларында эш башлай. 1996 йылда Мәскәүгә күсеп китә, бер нисә йыл Санк-Петербургта, Пекинда йәшәй һәм эшләй.

2000-2001 йылдарҙа — «Телекомпания НТВ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең мәғлүмәт хеҙмәте хәбәрсеһе. 2003 йылда — «Истории в деталях» (СТС) тапшырыуы етәксеһе урынбаҫары һәм алып барыусыһы.

2004-2006, 2008-2010 йылдарҙа — «Телекомпания РЕН ТВ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Неделя с Марианной Максимовской» тапшырыуы махсус хәбәрсеһе. 2006-2008 йылдарҙа — СТС-Петербург телеканалында «Истории в деталях» программаһы етәксеһе.

2010-2011 йылдарҙа — «Первый канал» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең мәғлүмәт тапшырыуҙары дирекцияһы махсус хәбәрсеһе.

2011-2015 йылдарҙа  — СТС телеканалында «Детали. Новейшая история» программаһы етәксеһе, СТС , «Домашний», «Украина» телеканалдары өсөн кино төшөрөү продюсеры.

2015-2017 йылдарҙа — CGTN-Русский (Ҡытайҙың үҙәк телевидениеһы) телеканалы тапшырыуҙары хәбәрсеһе, мөхәррире, авторы һәм алып барыусыһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть