Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан йөҙөүсеһе Полина Егорова Рәсәй чемпионатында дүртенсе урын алды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Ҡазанда йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатында Башҡортостан исеменән 15 спортсы сығыш яһай. Был ярыштар йөҙөүселәргә 13-17 декабрҙә Копенгагенда ҡыҫҡа һыуҙа йөҙөү буйынса Европа чемпионатында ҡатнашыуға квалификация үтергә мөмкинлек бирә.

Башҡортостан йөҙөүсеһе Полина Егорова арҡала 100 метрлыҡ арауыҡта Санкт-Петербург һәм Свердловск өлкәһе спортсыларынан ҡалышып, дүртенсе урын яуланы.

«4х50 метрлыҡ ҡатнаш эстафетала Башҡортостан йыйылмаһы — Полина Егорова, Никита Демихов, Ангелина Пряникова һәм Дмитрий Кустиков — етенсе урын алды. Мәскәү, Новосибирск өлкәһе, Татарстан, Белгород һәм Түбәнге Новгород өлкәләре спортсылары етеҙерәк булып сыҡты», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть