Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

«Звезда» телеканалы легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында фильм төшөрә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәйҙең «Звезда» телеканалы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында документаль фильм төшөрә. Фильм —  «Армия легендалары» циклы серияларының береһе. «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе фильм авторҙары менән осрашты.

Башҡортостанға сценарий авторы Татьяна Сорокина һәм оператор Илья Ушаков килде. Ике көн буйына ижади төркөм Ҡырмыҫҡалы районында, геройҙың тыуған төйәгендә фильм төшөрҙө.

«Башҡортостан фильмда төп урынды биләй. Мөмкинлек булһа, Кремль полкына барырға ниәтләйбеҙ. Архивтар менән ҙур эш башҡарыу бурысы тора — видеоархивтарҙы, документтарҙы һайлап алырға кәрәк, — тип һөйләне фильмдың авторы. — Ҡырмыҫҡалы районында беҙҙе ҡаршы алдылар, хәстәрлек күрҙеләр. Һәйкәл янында Сталинград һуғышына арналған сара — митинг, сәскә һалыу ойошторҙолар. Үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмау, уларҙы башҡарырға әҙер тороу — үҙ геройыңа һөйөү шунда сағылалыр ҙа инде».

Татьяна Сорокина фильм төшөрөүҙә ярҙам күрһәткән барлыҡ республика халҡына рәхмәт белдерҙе.

«Геройығыҙҙы яратмау мөмкин түгел, сөнки мин уға ҡатнашы булғандарҙың күҙҙәре янып тороуын күрәм, һәм уның һеҙҙең өсөн ни тиклем изге һәм мөһим икәнлегенә төшөнәбеҙ», — ти автор.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, геройҙың иҫән туғандары юҡ, ә ошо ваҡиғаларҙың шаһиттары ҡалмаған тиерлек, тип билдәләне Татьяна Сорокина. Бөгөн ижади төркөм Башҡортостандың Милли музейында документтар менән таныша. Автор һүҙҙәренсә, фильмда Ҡадир Даян шиғырына Заһир Исмәғилев ижад иткән Шайморатов генерал тураһында йыр ҙа яңғырай.

38 минутлыҡ фильмдың эфиры 2018 йылға билдәләнгән. Бәлки 23 февралдә, генерал Шайморатов һәләк булған көндә күрһәтерҙәр.

Рәсәйҙең легендар хәрбиҙәре тураһында телеочерк булараҡ әҙерләнгән «Армия легендалары» проекты «Звезда» телеканалында 2016 йылдан бирле бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть