Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡтан 11 йәшлек Лиана Гәрәеваға ҡатмарлы операциянан һуң реабилитациялауға аҡса кәрәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Стәрлетамаҡтан 11 йәшлек Лиана Гәрәеваға вайымһыҙ булмаған кешеләрҙең ярҙамы кәрәк. Уҡыу алдынғыһы, спортсы, ярыштарҙа ҡала намыҫын яҡлаған ҡыҙ быйыл май айында ҡапыл аҡһай башлай. Уның тубығы шешә. Магнит-резонанслы томография ҡыҙҙа онкология сиренең булыуын күрһәтә, һуңғараҡ гистология ошо диагнозды раҫлай. Ауырыу 4-се стадияға еткән, үпкәлә метастаздар барлыҡҡа килгән.

Ләкин түҙемле ҡыҙ бирешмәй, сирҙе еңәсәгенә ышана.

20 июлдән Лиана әсәһе менән Мәскәүҙә дауалана.

14 химия терапияһы ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Ҡыҙҙың үпкәһенә ике операция яһалды, метастаздар алып ташланды. Табиптар аяғын һаҡлап ҡалырға вәғәҙәләй, эндопротезға заказ бирелгән. Алда тағы 12 «химия» һәм операция.

Октябрҙә дауаханала уҡытыусылар инглиз теленән олимпиада үткәрҙе, унда Стәрлетамаҡтан бишенсе класс уҡыусыһы беренсе урын яуланы һәм ноутбук менән бүләкләнде.

Хәҙер ҡыҙ тиҙерәк һауығыу тураһында ғына хыяллана.

«Мин протез менән йөрөргә өйрәнермен, реабилитация үтеп, бер йылдан ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырмын тип ышанам», — ти Лиана.

Уға операциянан һуң ҡатмарлы реабилитациялауға ярҙам кәрәк. Ҡыҙҙың әсәһе — балалар баҡсаһында тәрбиәсе, атаһы — водитель, шуға күрә ата-әсәһе, ғаиләнең яҡындары битараф булмаған кешеләрҙән ярҙам һорай.

4406664985503403 — әсәһе, Гәрәева Гөлшат Миҙхәт ҡыҙының картаһы, «Уралсиб» банкы;

408 17810 5 06007883395 — әсәнең Һаҡлыҡ банкындағы иҫәбе, БИК 048073601.

Теги: хәйриәлек
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть