Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә киҙеү әлегә теркәлмәгән – «Роспотребнадзор»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда киҙеү осраҡтары әлегә теркәлмәгән. «Роспотребнадзор»ҙың төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләү осраҡтары арта, кимәл эпидемик сиктән түбән.

Грипҡа ҡаршы прививка яһау кампанияһы дауам итә, әле яҡынса 1,7 миллион кешегә — республика халҡының 41,5 процентына прививка эшләнгән. Федераль бюджет иҫәбенә 1,25 миллион өлкән кешегә һәм 350 мең балаға вакцина һалынған. 89,7 меңдән ашыуы эш биреүселәр иҫәбенә һәм үҙ аҡсаһы иҫәбенә прививка яһатҡан. «Ошо вакциналар беҙҙең төбәктә актуаль булған вирустан һаҡлай», — тип иҫкә төшөрҙөләр республика идаралығында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть