Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында Өфөлә милли кейем семинары уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә милли кейемгә арналған семинар тамамланды. «Башҡорт кейеме аксессуарҙары һәм биҙәүестәре» һәм «Башҡортостан Республикаһында башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың традицион милли кейеме» дәрестәре Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт һарайында үтте.  

Семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн уҡыу-практик эш ойошторолдо. «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы студияһының тәжрибәле оҫталары  яға, хәситә, әмәйҙек, селтәр, һаҡал, иҙеү эшләү технологияһын аңлатты. Семинар 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә әҙерлек барышында уҙҙы.  

Һарытау, Ырымбур өлкәләренән, Мордовиянан, Мәскәүҙән һәм республикабыҙ райондарынан ҡатнашыусылар үҙҙәренә ҡыҙыҡлы булған традицион халыҡ кейеме элементтарын яһаны. Тамашасылар залында һәм уҡыу бүлмәләрендә халыҡ йолалары мөхите хөкөм һөрҙө, күптәр, шул иҫәптән Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев милли кейемдә килгәйне.

Семинарҙа ҡатнашыусылар башҡорт күкрәксәһенең килеп сығышы, төрҙәре һәм функциялары, Башҡортостан татарҙарының традицион костюмы, башҡорт яугирҙәренең кейеме менән танышты. Башҡортостандың Милли музейына һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрына барыу ойошторолдо.  

Сара һуңында семинарҙа ҡатнашыусылар остаздары менән бергә эшкә анализ яһаны. Лекторҙар уларға уҡыу курсын уңышлы тамамлауҙары тураһында сертификаттар тапшырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть