Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

«Рәсәй1.Башҡортостан» телеканалы «Мәңгелек ут» телевизион фестивале лауреаты булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

«Рәсәй1.Башҡортостан» телеканалының милли тапшырыуҙар бүлеге программаһы «Мәңгелек ут» фестиваленең махсус призына лайыҡ булды. Проект совет ғәскәрҙәренең Сталинград һуғышында еңеүенә 75 йыл тулыуға арналған һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡтың ҡаһарманлығы темаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла.

Фестиваль жюрийы ижади идеяны юғары кимәлдә тормошҡа ашырыуҙарын һәм материалды сағыу итеп күрһәтеүҙәрен билдәләне.

«Һуғыштың әсе еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ. Беҙҙең хөрмәтләп иҫкә алыуыбыҙ — бөйөк эш», — тине жюри рәйесе, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов.

IX «Мәңгелек ут» халыҡ-ара телевизион хәрби-патриотик фильмдар һәм тапшырыуҙар фестивале уҙған ял көндәрендә Волгоградтта үтте. Быйыл фестивалгә Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән 260 фильм һәм телепрограмма тәҡдим ителде. Һәр эштә тиерлек авторҙар һуғыш темаһын  йөрәге аша үткәрҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть