Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республика халҡы Учалы районынан «Зәңгәр ҡош» проектында ҡатнашҡан Ләйсән Золотарева өсөн тауыш бирә ала

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Кисә Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәгән туғыҙ йәшлек Ләйсән Золотарева «Рәсәй 1» каналында «Зәңгәр ҡош» проектынды сығыш яһаны. Данлыҡлы «оркестр» ҡыҙыҡай жюриҙы үҙенсәлекле тауышы һәм бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән хайран ҡалдырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр программа сыҡҡандан һуң  PTICA.TV сайтында тамашасылар өсөн тауыш биреү уҙғарыла. Тапшырыу эфирға сыҡҡандан һуң аҙна дауамында оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә мөмкин.

Теләгән һәр кем бер IP-адрестан биш тапҡырға тиклем тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Ҡатнашыусы өсөн смс-хәбәр ярҙамында ла тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн мобиль телефондан ҡыҫҡа 1075 һандарына тауыш бирергә теләгән ҡатнашыусының тәртип һанын ебәрергә кәрәк. Тамашасыларҙың онлайн һәм смс-хәбәр аша ебәргән тауыштары бергә иҫәпләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть