Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара конкурсы фавориттары асыҡланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара музыканттар-башҡарыусылар конкурсы фавориттары асыҡланды. Ошо көндәрҙә Өфөнөң иң яҡшы концерт залдарында конкурстың өсөнсө оркестр туры уҙа.

П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы художество етәксеһе Александр Чайковский рәйеселегендә жюри аҙна дауамында ҡатнашыусыларҙы тыңлай.

Йома Башҡортостандың милли симфоник оркестры менән «скрипка» номинацияһында дүрт финалсы уйнаны. Еңеүсенең исеме билдәле, әммә әлегә сер булып ҡала. Шәмбе Артем Макаров идаралығында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә йырсылар сығыш яһаны. Был номинацияла ҡатнашыусылар бик күп – өсөнсө турға тиклем 16 кеше үтте. Башҡарыусылар араһында Мәскәү, Астана (Ҡаҙағстан), Өфө мәктәптәре вәкилдәре.

Йәкшәмбе «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Раушан Яҡупов етәкселегендә Милли симфоник оркестр менән пианиносылар уйнаны. Бөгөн конкурс гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс Гран-прийы 150 мең һум тәшкил итә.

Күренекле башҡорт композиторы Нариман Сабитов исемендәге музыканттар-башҡарыусылар конкурсы Өфөлә 1995 йылдан бирле уҙғарыла. Алдағы йылдарҙа мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡорт опера һәм балет театры концертмейстеры Денис Гранов, Мәскәү пианиносыһы Сергей Арцибашев, Мәскәү скрипкасылары Евгений Субботин һәм Антон Когун, Астана-опера солисы Әлфиә Кәримова, Башҡорт опера театры солисы Владимир Копытов кеүек билдәле музыканттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Нариман Сабитов исемендәге конкурс лауреаттары булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть