Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Өфөлә боҙ ҡаласыҡтары булырмы, юҡмы?»: ҡала хакимиәте һорау алып бара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Яңы йыл байрамдарына тиклем бер айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалды. Ҡағиҙә булараҡ, был шатлыҡлы сараларға алдан әҙерләнә башлайҙар. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Өфөлә, алдағы йылдарҙағы кеүек, иң ҙур майҙандарҙа яңы йыл шыршылары ҡуйыласаҡ, боҙ ҡаласыҡтары төҙөләсәк. Байрам майҙансыҡтары баш ҡаланың һәр районында эшләйәсәк.

Әммә баш ҡалала боҙ майҙансыҡтарының һаны тураһында мәсьәлә асыҡ булып ҡала, тип иҫәпләйҙәр ҡала мэрияһында. Өфөләр араһында боҙ майҙансыҡтарына ихтыяжды белеү өсөн Өфө хакимиәте ҡала халҡы араһында һорау алып бара. Киләһе йылдарҙа ҡаланың яңы йыл биҙәге өсөн «Бәйләнештә»ге төркөмдә тауыш бирергә һәм үҙ өлөшөңдө индерергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть