Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала сәнәғәт вакансиялары йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында 23 ноябрҙә сәнәғәт предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, эш эҙләүселәргә тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – әйҙәүсе инженер, автомобиль водителе, йөксө, инженер, инженер-конструктор, контролер, участка мастеры, кран машинисы, оператор, һаҡсы, эшсе, мебель йыйыусы, механика йыйыу эштәре слесаре, слесарь-ремонтсы, токарь һәм тракторсы.

Йәрминкәгә килгәндәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть