Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Мәләүез районында «Нәсимә» мәсете асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Шәмбе көндө Мәләүез районының Муллағол ауылында «Нәсимә» мәсете асылды. Мәсет яҡташыбыҙ, Свердловск өлкәһе Губернаторы урынбаҫары Азат Сәлихов һәм муллағолдар булышлығы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлдө, тип хәбәр иттеләр хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.

Тантаналы сараны район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов асып ебәрҙе.

«Беҙҙең районда 84 меңдән ашыу 45 милләт һәм төрлө дин тотоусы кеше йәшәй. Мәҙәниәттәрҙең ошондай күп төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, район биләмәһендә ниндәйҙер милләт-ара һәм конфессия-ара бәхәстәр теркәлмәне. Төрлө милләт кешеләре араһындағы тыныс хәл һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәр именлек һәм сәскә атыу нигеҙе булып тора. Муниципаль берәмек биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың милли-дини мәҙәниәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү район хакимиәте эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Муниципаль район хакимиәте уның биләмәһендә булған төрлө конфессия вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнештә эш алып бара», — тип билдәләне Рөстәм Наил улы.

Сараның хөрмәтле ҡунаҡтары араһында Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты Үҙәкләштерелгән дини ойошмаһы рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Көйөргәҙе, Федоровка, Күгәрсен, Стәрлебаш, Ейәнсура райондары башлыҡтары, күрше район имамдары, саҡырылған ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы булды.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни-дини ҡиммәттәрен тергеҙеүгә ярҙам иткәндәре өсөн Свердловск өлкәһе Губернаторы урынбаҫары Азат Сәлиховҡа, Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа, Аптраҡ ауыл биләмәһе башлығы Зөфәр Ғималетдиновҡа рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

«Яҡташтарыбыҙҙың кесе ватанын онотмағандары, уны төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡандары ҡыуаныслы. Яңы мәсет буш булмаҫҡа тейеш, ошо изге урында ысын ислам йолаларын тергеҙеп һәм уларҙы күтәреп бөтә мөһим байрамдарҙы һәм мосолман йолаларын уҙғарығыҙ», — тип мөрәжәғәт итте Зариф Байғусҡаров Муллағол ауылы халҡына.

Азат Сәлихов үҙ сығышында иҫке мәсет бинаһының тарыхын һөйләне, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа, республика мосолмандары Диниә назаратына, Мәләүез районы хакимиәтенә һәм яңы мәсет төҙөүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте. Дини йортҡа үҙенең өләсеһенең исемен – Нәсимәне бирергә теләк белдерҙе.

«Бында оло һәм йәш быуын да килер тип ышанам. Оло йәштәгеләр күңелдәрен тынысландырыр, ә йәштәр дөрөҫ юлды һайлау өсөн. Мәсет ауыл халҡына тағы ла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен», — тип билдәләне Азат Сәлихов.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты Үҙәкләштерелгән дини ойошмаһы рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин мәсет имам-хатибы Ғәйнулла Яппаровҡа юл теләктәрен әйтте һәм иҫтәлеккә китаптар бүләк итте. Шулай уҡ Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин Диниә назаратының рәхмәт хаттары менән мәсет төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡандарҙың бөтәһен дә билдәләп үтте. Мәсет асыу менән Муллағол ауылы халҡын һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙы Мәләүез районы имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин ҡотланы. Мәсет асып, тантана хөрмәтенә хәҙистәр һәм намаҙ уҡығандан һуң сара ҡунаҡтары мәсет ихатаһында ағас үҫентеләрен ултыртты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть