Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» бөтә халыҡ матурлыҡ һәм йолалар конкурсы үтәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республика ҡатын-ҡыҙҙарын «Башҡортостан гүзәле» бөтә халыҡ матурлыҡ һәм йолалар конкурсы кастингына саҡыралар. Бәйге Өфөлә үтәсәк.

26 ноябрҙә, был йәкшәмбе, «Ретро» клубында (Менделев урамы, 137 адресы буйынса) кастинг уҙғарыу күҙалланған. 16-26 йәштәге башҡорт йәки татар телдәрен белгән ҡыҙҙар саҡырыла. Буй-һыны һәм ғаилә хәле мөһим түгел: бәйгелә кейәүҙәгеләр, кейәүҙә булмағандар ҙа ҡатнаша ала.

«Һайлап алыу турына туған телдә үҙең тураһында ҡыҫҡа хикәйә, ижади номер һәм портфолио әҙерләргә кәрәк. Шулай уҡ ҡатнашыусы ҡыҙ һайлап алыу турына үҙе менән ярҙамсылар төркөмөн алып килергә хоҡуҡлы», —  тип хәбәр итте билдәле режиссер һәм матурлыҡ конкурсын ойоштороусы Айгөл Үтәгәнова.

Эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында гала-шоу форматында конкурс финалы 19 декабрҙә Конгресс-холда үтә. Яңы йыл алды шоуы тамашасылары өсөн бүләктәр уйнатыласаҡ.

«Башҡортостан гүзәле» бөтә халыҡ матурлыҡ һәм йолалар конкурсы Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Берҙәм Рәсәй төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте булышлығында үтә. Конкурстың маҡсаты – быуаттар буйына Башҡортостан биләмәһендә татыу йәшәүсе ике туғандаш халыҡтарҙың йәштәр аудиторияһы араһында милли телдәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, милли халыҡ йолаларын пропагандалау, дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыу. «Башҡортостан гүзәле» бөтә халыҡ матурлыҡ һәм йолалар конкурсын йыл һайын уҙғарыу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть