Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының йәштәр проектын хупланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда республика Башлығы ҡатнашлығында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк конференцияһында активистар үҙҙәренең йәштәр йүнәлешендәге эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне һәм «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре» проекты менән таныштырҙы.

Унда студенттар, йәш журналистар, политологтар, юристар, тарихсылар ҡатнаша. Бына инде бер нисә ай дауамында йәштәр ижтимағи файҙалы проекттар менән шөғөлләнә – балалар майҙансыҡтарын буяй, өмәләр үткәрә, ағастар ултырта.

— Башҡортостанда «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре» командаһы – ул бөтөнләй төрлө кешеләр, уларҙы илебеҙҙә һәм республикала барған нәмәләргә вайымлылыҡ берләштерә , – тип һөйләне проект координаторы Рафаэль Хәкимов. – Хәҙер беҙҙең нимәнелер күмәкләп эшләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Изге эштәр эшләү өсөн аҡса кәрәкмәгәнлеге асыҡланды. Тормошобоҙҙо яҡшыраҡ итеү теләге генә кәрәк.

Декабрҙә «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре» республиканың Йәш депутаттар ассоциацияһы ағзалары менән дуҫтарса футбол матчын ойоштора. Шуның менән бәйле активистар Рөстәм Хәмитовтан тупҡа ҡул тамғыһын ҡуйыуын һораны, ул проекттың үҙенсәлекле символына әйләнәсәк.

— Йәштәрҙең ресурстар, аҡса көтөп ултырмай, мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итеүҙәре,һис шикһеҙ, һәйбәт, – тип билдәләне республика Башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть