Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы республика Башлығына тәҡдимдәр менән сығыш яһай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы республика Башлығына 2018 йылға йәмәғәтселек тәҡдимдәре менән сығыш яһай. Өфөлә министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, депутаттар корпусы ҡатнашлығында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк конференцияһы бара.

Форум алдынан түңәрәк өҫтәлдәр уҙҙы, унда республика халҡы өсөн әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны.

Конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының ҡеүәтле йәмәғәтселек хәрәкәте булыуын һәм үҙенең сафына байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн битараф булмаған кешеләрҙе туплауын билдәләне.

Республика Башлығы «иҡтисади бейеклектәрҙә осоу һәм глобаль стратегик бурыстар тураһында фекер йөрөтөү түгел, ә кеше эргәһендә эшләү мөһим» тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, халыҡтың көнкүрешен, йорттарҙың, юлдарҙың торошон, дауаханаларҙа туҡланыуҙың, шәфҡәтлелек күрһәтеүҙең нисек ойошторолғанлығын ҡарау мөһим. Бындай эш — ябай кеше менән иң төп эш ул.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ошо йылдарҙа Халыҡ фронты байтаҡ эш башҡарҙы, ҡайһы берҙә бында ҡыҙыу фекер алышыуҙар була. Тәҡдимдәр Хөкүмәткә, муниципалитеттарға йөкләмәләргә әүерелә.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолова һүҙҙәренсә, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының эшләү осоронда республикала кешеләр үҙҙәренә яуаплылыҡ алырға өйрәнде һәм төбәк тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн әүҙем ҡатнашырға теләй.

Парламентарий әйтеүенсә, һуңғы 10 айҙа ғына Башҡортостанда йәшәүселәр ҡатнашлығында 110 акция, 54 рейд уҙғарылған. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләрҙе ҙә яҡлай. Мәҫәлән, косметика салондарында граждандарҙың финанс хоҡуҡтарын яҡлау, Нөгөш һыу һаҡлағысында һәүәҫкәр балыҡсылыҡты тыйыу тураһында мәсьәлә урынынан ҡуҙғалды, муниципаль каналдарҙы 22-се төймәлә нығытыу буйынса бик мөһим эш башланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть