Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика прокуратураһы мәктәптәрҙе туған телдәрҙе теләк буйынса өйрәнеү йәһәтенән тикшереү һөҙөмтәләрен иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы ҡушыуы буйынса Башҡортостан прокуратураһы «Рособрнадзор» белгестәре менән берлектә ил ҡануниәтен үтәү мәсьәләһе буйынса төбәктең Мәғариф министрлығы һәм бер нисә дөйөм белем биреү ойошмаһы эшмәкәрлеген тикшерҙе. Тикшереүҙәр граждандың Рәсәй халыҡтары телдәре иҫәбенән туған телен һәм башҡорт дәүләт телен үҙ теләге буйынса өйрәнеүгә хоҡуғын тәьмин итеүгә ҡағылды.

Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланмаған. Уҡыу пландары ғәмәлдәге ҡануниәт һәм федераль дәүләт мәғариф стандарттары нормаларына тура килә.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ҡайһы бер мәктәптәрҙә айырым хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған, улар араһында — белем биреү программалары һәм дәреслектәрҙең тейешле талаптарға тап килмәүе, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы ҡабул итеүҙе сикләгән нормаларҙы билдәләүсе локаль акттарҙың булыуы. Прокуратура етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе контролгә алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть