Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһында Салауат Юлаев һәйкәленең 50 йыллығы айҡанлы тантаналы сара уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәленә 50 йыл тулыу уңайынан «Мәңге беҙҙең йөрәктә — Башҡорт улы Салауат!» исемле сара уҙҙы. Сара ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында башҡорт халыҡ көйө «Урал» һәм Салауат маршы менән асылды.

Йыйылыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән аппарат етәксеһе Зөфәр Тимербулатов сәләмләне. Сарала яҙыусылар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары — шағир Хәсән Назар, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаев, шағирә һәм журналист Лариса Абдуллина ҡатнашты. Студенттар Салауат Юлаевтың шиғырҙарын һөйләне.

Салауат Юлаев һәйкәле — баш ҡалабыҙҙың визит карточкаһы, Европала иң ҙур ат статуяһы. Батырыбыҙ атта ултырған килеш һынландырылған. Ошо ҡаянан Ағиҙел йылғаһына һәм тирә-йүнгә күркәм күренеш асыла.

Һәйкәл суйындан ҡойолған, гранит плитәләр менән йөҙләнгән. Уның ауырлығы — 40 тонна, бейеклеге — 14 метр. Билдәле скульптор, монументалист һәм рәссам Башҡортостандың милли батыры һәйкәлен 25 йылға яҡын — Салауат Юлаев каторгала күпме булған, шунса ваҡыт эшләгән. Скульптура Ленинградта ҡойолған.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнгән. Монумент Башҡортостандың ете мөғжизәһе иҫәбенә индерелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть