Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә ҡуртымға бирелгән фатирҙың хаҡын 20 йылда ҡапларға мөмкин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөләге 3,6 миллион һумлыҡ ҡуртымға бирелгән фатирҙың (айына 15,2 мең һум) хаҡын яҡынса 20 йылда ҡапларға мөмкин. Уны ремонтлау, йыһазландырыу һәм көнкүреш техникаһы менән тәьмин итеү, һалымдар түләү иҫәпкә алынмай. «Фатирҙар донъяһы» порталы аналитиктары ҡайһы ҡалаларҙа торлаҡты ҡуртымға биреү отошлораҡ икәнлеген иҫәпләгән. Ошондай идеаль шарттарҙа фатир ни тиклем арзаныраҡ, уның хаҡы шул тиклем тиҙерәк «ҡаплана».

Мәҫәлән, күсемһеҙ милек рейтингтарында һуңғы баҫҡыстарҙы биләгән Магнитогорскиҙа уртаса фатир 1,66 миллион һум тора. Айлыҡ ҡуртым хаҡы — 11,7 мең һум. Ошондай фатирҙың хаҡын 12 йылда ҡапларға мөмкин.

Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта иһә бының өсөн 22 һәм 21 йыл талап ителә. Чебоксар ҡалаһында фатир 2,4 миллион самаһы тора, ә ҡуртым хаҡы 8,8 мең һум тәшкил итә. Бындай фатирҙың хаҡын ҡаплау өсөн 23 йыл кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть