Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика Хөкүмәте еңел сәнәғәт предприятиеларына булышлыҡ итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов еңел сәнәғәт предприятиеларына субсидиялар биреү тәртибен раҫланы.

Субсидиялар төбәк биләмәһендә урынлашҡан етештереүселәрҙән сеймал һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентына тиклемен ҡаплауға йүнәлтелә.

Быйыл субсидияға республика биләмәһендә туҡыма, кейем-һалым, күн һәм күн әйберҙәр етештереүҙә эшләгән тармаҡ предприятиелары дәғүә итә ала. Бынан тыш, улар сит ил юридик берәмектәре, бюджетҡа, бюджеттан тыш фондтарға бурыстары булмаҫҡа тейеш.

Документта субсидияларҙы файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелек күрһәткесе билдәләнгән, отчет финанс йылында ҡулланылмаған субсидияларҙы кире ҡайтарыу тәртибе, шулай уҡ ҡануниәттә ҡаралған башҡа саралар индерелгән.

Сығымдарҙың ҡайтарыласаҡ өлөшө һәр предприятие өсөн сеймал һатып алыу күләменә пророрциональ билдәләнә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть