Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Төбәктең Дәүләт автоинспекцияһында юл-транспорт ваҡиғаһы урынында төшөрөлгән фотоларҙы социаль селтәргә һалыуҙы хуплайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы етәкселеге юл-транспорт ваҡиғаһы урынында төшөрөлгән фотоларҙы социаль селтәргә һалыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Ведомствола иҫәпләүҙәренсә, кешеләр был һүрәттәргә ҡарап, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың фажиғә менән тамамланыу ихтималлығы хаҡында уйлана.

Водителдәр һәм йәйәүлеләр үҙҙәре өсөн ауыр эҙемтәләрҙе, юлда үҙеңде дөрөҫ тотмау нимәгә килтерергә мөмкин икәнлеген аңлаһа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫ ине. Йәмғиәт үҙе лә хоҡуҡ боҙоуҙарҙың эҙемтәләрен күрһәтеүгә ҡыҙыҡһыныу белдерә.

«Беҙ үҙебеҙ ҙә телевизор ҡарамаған, ә интернетта ултырған йәш быуындың иғтибарын йәлеп итеү өсөн социаль селтәрҙәрҙә юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләрен күрһәтәбеҙ. Беҙ ҙә алға барабыҙ, коммуникация технологиялары йәмғиәт менән бергә үҫешергә, заман менән бергә атларға мөмкинлек бирә», — тип билдәләнеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-да.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть