Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙең ер участкалары менән тәьмин ителеше – 60 процент

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙың 47 меңе шәхси йорт төҙөү өсөн ер участкаһы алырға хоҡуҡлы. Ошо категорияға ҡараған граждандарҙың участкалар менән тәьмин ителеше – 60 процентҡа яҡын. Кисә Өфөлә шундай һандар яңғыраны.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова ишле ғаиләләргә ер участкаларын бүлеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Сара «Ныҡлы ғаилә» партия проектын тормошҡа ашырыу барышында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитетында уҙҙы.

Кәңәшмә эшендә Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Евгений Гурьев, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов, депутаттар, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә күп балалы ғаиләләрҙе ер участкалары һәм башҡа дәүләт ярҙамы саралары менән тәьмин итеү буйынса бурысты бөтөрөү бурысы ҡуйылды. Йомабикә Ильясова билдәләүенсә, дөйөм алғанда, республикала ошо күрһәткес буйынса хәл ҡәнәғәтләнерлек.

«Өфөлә һәм Өфө районында, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Салауатта, Сибайҙа эштәр торошо хәлде ҡатмарлаштыра, – тип асыҡлыҡ индерҙе парламентарий. – Был биләмәләр менән айырым эшләрбеҙ. Йәмәғәт Советы ағзаларынан, депутаттарҙан, тейешле ведомстволарҙың вәкилдәренән эшсе төркөм ойошторорға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ «Ныҡлы ғаилә» проекты ипотека торлаҡ кредитлауын дәүләт ярҙамы менән берлектә тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть