Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡыш бабайҙың тыуған көнөнә республика балалары 70 транспорт бүләк итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

18 ноябрҙә илдең төп тылсымсыһы – Ҡыш бабай тыуған көнөн билдәләй. Быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡышҡы тылсымсы өсөн транспорт сараһы иң яҡшы бүләк буласаҡ, тип ҡарар итте «ДоШКОЛЬНЫЙ МИР» федераль журналы республиканың Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар ассоциацияһы менән берлектә «Беҙ барабыҙ, беҙ еләбеҙ» ижади конкурсын ойоштороп.

Конкурста 4-15 йәштәге балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, белем биреү ойошмалары уҡытыусылары ҡатнашты. Бәйгеселәргә Ҡыш бабай өсөн транспорт сараһы макетын эшләргә тәҡдим ителде. Ижади эште башҡарыу өсөн конкурста ҡатнашыусыларға теләһе ҡайһы ҡоралдарҙы һәм материалдарҙы, техникаларҙы һәм уларға бәйле нәмәләрҙе ҡулланырға рөхсәт ителде. Ҡыш бабай өсөн транспорт сараһы үҙенсәлекле, әкиәттәрҙәгесә, байрамса булырға тейеш ине. Ойоштороу комитеты Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Бәләбәйҙән, Күмертауҙан, Учалынан, шулай уҡ Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел райондарынан 70 эш ҡабулл итте.

Конкурс аҙағында бәйгеселәр 18 ноябрҙә Өфөнөң Үҙәкләштерелгән күмәк китапханалар системаһында (Комсомол урамы, 138) байрамда Ҡыш бабай менән осраша. Байрам программаһында конкурс эштәренең күргәҙмәһе, еңеүселәрҙе бүләкләү һәм сәй эсеү, уйын программаһы, Ҡыш бабай менән бейеү флешмобы көтөлә.

Сара көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть