Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Социаль страховкалау фондында Башҡортостандың ташламалары булған граждандарына ни өсөн шифахана юлламаларының етмәгәнен аңлаттылар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда федераль ҡаҙна ташламаға эйә булған граждандарҙы шифахана-курорт дауалау менән тәьмин итеүгә 96,5 миллион һум бүлә. Был яҡынса 4,3 мең юллама йәғни тәьмин ителгәнлек 25-27 процент.

«Социаль страховкалау фондының Башҡортостан бүлексәһендә 15,6 мең ғариза тапшырыусы иҫәптә тора. Йәғни ташламаға эйә булыусыларҙың 2,5-3 йылға бер тапҡыр юллама алыуы мөмкин. Әммә 2017 йылда дәүләткә бер юллама  24,2 мең һумға төшә. Ә нормативтар буйынса бер кешенең шифахана-курорт дауалауына ни бары 1494 һум (айына 124,5 һум) күсерелә. Бүленгән аҡса бөтә льготалыларҙы йыл һайын путевкалар менән тәьмин итеү өсөн  етмәй. Асылда, ташламалары булған бер гражданды юллама менән тәьмин итеү өсөн 16 граждандың финанс ресурстары тәьмин ителә», — тип Фондта аңлаттылар. Ташламалары булған граждандар үҙ сиратын ведомство сайтындағы электрон сиратта күҙәтә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть