Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда һунар ваҡытында прокурор судьяны атып үлтергән – киң мәғлүмәт саралары

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың Балаҡатай районы судьяһы һунар ваҡытында прокуратура хеҙмәткәренең осраҡлы пуляһынан һәләк булған. Был хаҡта урындағы киң мәғлүмәт сараларына һылтанып, Life хәбәр итә.

Әлегә раҫланмаған мәғлүмәт буйынса, бәхетһеҙ осраҡ кесаҙна, 16 ноябрҙә, Мәсетле районында теркәлгән. Һунар ваҡытында бер кеше икенсеһенә мылтыҡтан атҡан. Зыян күреүсе һуңғараҡ дауаханала вафат булған.

Киң мәғлүмәт сараларында фажиғәлә ҡатнашыусыларҙың исемдәре хәбәр ителмәй. «Башинформ» агентлығы быны рәсми дәлилләгән мәғлүмәттәр алырға тырыша. Башҡортостандың Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо мәғлүмәт тикшерелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть