Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә пенсия дәүмәле кәмемәйәсәк – федераль Хеҙмәт министрлығы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Рәсәй Федерацияһында пенсия дәүмәле бер ниндәй шарттарҙа ла кәмемәйәсәк, киреһенсә, киләсәктә арта барасаҡ, тип хәбәр иттеләр федераль Хеҙмәт министрлығында.

«Рәсәй Пенсия фондында аҡса дефициты юҡ. Граждандар алдында бөтә бурыстар ҙа үтәлә һәм үтәләсәк. Шул уҡ ваҡытта пенсия дәүмәле бер ниндәй шарттарҙа ла кәмемәйәсәк. Киреһенсә, Рәсәй Пенсия фонды йүнәлеше буйынса тәғәйенләнгән һәм түләнгән бөтә пенсия төрҙәренең үҫеше тәьмин ителә», — тип «РИА Новости» агентлығы Хеҙмәт министрлығы вәкиленең һүҙҙәрен килтерә.

Пенсияның артыуы ике сәбәпкә нигеҙләнгән: йыллыҡ индексация алдағы йылғы инфляция кимәленән кәм түгел (эшләмәүсе пенсионерҙар өсөн) һәм йыллыҡ август төҙәтмәләре (эшләүсе пенсионерҙар өсөн).

2018 йылда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсиялары 3,7 процентҡа индексациялана, ул 2017 йылда көтөлгән инфляциянан (2,5-2,8 процент) артып китәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть