Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Өфө дәүләт авиация техник университетын 85 йыллығы менән ҡотланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө дәүләт авиация техник университеты коллективын һәм студенттарын юғары уҡыу йортоноң 85 йыллығы менән ҡотланы.  Өфө дәүләт авиация техник университетының юбилейына арналған кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

— Бөгөнгө көнгә  Өфө дәүләт авиация техник университеты – илебеҙҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе. Ошо йылдарҙа университетты 100 меңдән ашыу кеше тамамланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был күп тиҫтә йылдар илебеҙҙең оборона һәләтен күтәргән, яңы машиналар, механизмдар, двигателдәр уйлап сығарған, техник фәндәр үҫешенә тос өлөш индергән ысын көслө белгестәр, үҙ эшенең оҫталары.

Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, заман талаптарына тап килеү өсөн республикаға юғары уҡыу йорттары менән берлектә кешелек капиталын арттырыу менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. Үҙ сығышында ул был эштең төп йүнәлештәрен билдәләне.

— Бөгөн Рәсәйҙә двигателдәр эшләүе – Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар ҡулында. Был кире ҡаҡҡыһыҙ ысынбарлыҡ. Ә авиация двигателе – кеше эшләгән иң ҡатмарлы йылылыҡ машинаһы, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ул юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең һәм уҡытыусылар составының бик юғары квалификациялы икәнен аңлата.

Башҡортостан Башлығы университеттың күп хеҙмәт күрһәткән уҡытыусыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәйҙә генә түгел, ә донъяла ла алдынғы урындарҙа торорға тейеш тип билдәләне.

— Юғары уҡыу йортоноң бөтә йолалары ла алға хәрәкәт итеү бар яҡтан да уңыш нигеҙе булыуын дәлилләй, – тине Рөстәм Хәмитов.

Юбилей кисәһе барышында Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары һәм уҡытыусылары менән бәйләнешкә Халыҡ-ара Йыһан Станцияһы космонавтары сыҡты. Улар юғары уҡыу йортон 85 йыллығы менән ҡотланы һәм уның космонавтика үҫешенә индергән өлөшөн билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть