Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккейсылары авиафажиғәлә һәләк булған «Локомотив» уйынсыларының ҡәберенә сәскәләр һалды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Ярославлдә уйынға тиклем бер көн алдан Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккейсылары 2011 йылда авиафажиғәлә һәләк булған уйынсыларҙың ҡәберҙәренә сәскә һалыу өсөн Леонтьев зыяратына килде.

Урындан тулҡынландырғыс фотолар менән социаль селтәрҙә Антон Бурдасов һәм Максим Гончров уртаҡлашты.

«Беҙ иҫләйбеҙ», —  тип ҡыҫҡа ғына ҡул тамға ҡуйған «юлаевсы»ларҙың һаҡсыһы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алты йыл элек, 7 сентябрҙә, «Өфө-Арена»ла «Салауат» менән «Атлант» уйынсылары Ярославлдең «Локомотив»ы менән фажиғә хаҡында ишетеп, КХЛ матчын туҡтатты. Шул көндө 44 кеше һәләк булды, шул иҫәптән хоккейсылар һәм команданың тренерҙар штабы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть