Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

2025 йылда Бөтә донъя уйындарын уҙғарыу өсөн беҙҙең бөтәһе лә бар – Рөстәм Хәмитов

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан 2025 йылда Бөтә донъя уйындарын уҙғарыуға дәғүә итәсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рәсәй спорт комментаторҙары ассоциацияһы ағзалары менән осрашыуҙа белдерҙе.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан республикаға ҙур спорт ярыштарын йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыуын дауам итә. Мәҫәлән, 2019 йылда Өфө Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк.

— Беҙ 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын уҙғарыуға ғариза тапшырғайныҡ – был олимпия уйындарына инмәгән спорт төрҙәре буйынса үҙе  айырым бер «олимпия уйындары». Әммә иң һуңғы тауыш биреү өлөшөндә американдарҙан ҡалыштыҡ – был Ҡырымдың ҡушылыуынан һуң булды, шуға сәйәсәт ҡыҫылды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә хәҙер Бөтә донъя уйындарының Халыҡ-ара ассоциацияһы 2025 йылда Бөтә донъя уйындарын Рәсәйҙә уҙғарыу яҡшы булыр ине тигән сигнал ебәрә. Үҙебеҙҙең элекке проектҡа ҡайта башланыҡ, сөнки Бөтә донъя уйындарын уҙғарыу өсөн беҙҙең бөтәһе лә бар.

Бөтә донъя уйындары — Олимпия уйындары программаһына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштар. Улар 1981 йылдан алып Халыҡ-ара олимпия комитеты яҡлауында Бөтә донъя уйындарының Халыҡ-ара ассоциацияһы (IWGA) тарафынан дүрт йыл һайын 11 көн дауамында уҙғарыла. Рәсәй спортсылары был яраштарҙа 1993 йылдан бирле ҡатнаша. Өфө 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын уҙғарыуға дәғүә итте, әммә тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Американың Бирмингем ҡалаһынан ҡалышты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть