Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Композитор Рим Хәсәнов «Өфө шыршылары» тигән яңы йыр ижад иткән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Өфө йүкәләре» йыры авторы, композитор Рим Хәсәнов Башҡортостандың баш ҡалаһына арнап «Өфө шыршылары» тигән яңы йыр яҙған. Ошо көндәрҙә танылған ижадсы Өфө ҡалаһының почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды.

«Шағир Рәсих Ханнанов менән яңы йырҙар яҙҙыҡ, һәм улар араһында «Өфө шыршылары» ла бар, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Рим Хәсәнов. — Мин был йырҙы Башҡорт дәүләт педагогия университетының ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле менән өйрәнергә теләйем. Беҙ концерттарҙың береһендә хеҙмәттәшлек иткәйнек, бик һәләтле, профессиональ коллектив».

Автор үҙенең «Һиңә тағы мин бер киләм әле», «Һин ғүмер ағыштарым», «Ромашка япраҡтары» йырҙарын рус теленә тәржемә итеүе хаҡында хәбәр итте.

«Мин Александр Тихонов тигән шәп йырсыны таптым. Уның өсөн махсус рәүештә яңы аранжировкалар эшләнем, һәм тиҙҙән ул минең йырҙарымды рус телендә башҡарасаҡ. Был тыңлаусыларҙы күпкә арттырасаҡ», — ти Рим Хәсәнов.

Композиторҙың инструменталь әҫәрҙәре лә тыңлаусылар араһында киң билдәле һәм популяр. 9 декабрҙә Өфөлә башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренән симфоник концерт ойошторола. Был концертта Рим Хәсәновтың «Скучаю», «Не получается разлюбить» һәм «Улетим в вальсе» исемле өс яңы симфоник пьесалары яңғырай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть